Яңылыҡтар
2 Ноября 2022, 06:58

Башҡортостандан 4000 егет хәрби хеҙмәткә саҡырыла

1 ноябрҙән республикала, тотош илдәге кеүек үк, көҙгө саҡырылыш башланды. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, өлөшләтә мобилизация үткәреүгә бәйле Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафына һайлап алыу бер айға кисектерелде.

Башҡортостандан 4000 егет хәрби хеҙмәткә саҡырылаБашҡортостандан 4000 егет хәрби хеҙмәткә саҡырыла
Башҡортостандан 4000 егет хәрби хеҙмәткә саҡырыла

Ике айҙа республикала 4000 кешене хәрби хеҙмәткә саҡырыу планлаштырыла. Ҡораллы көстәрҙең бөтә төрҙәре комплектлана. Бөгөн хеҙмәт йәшендәге егеттәр медкомиссия үтә башланы. Уларҙы хәрби хеҙмәткә оҙатыу 10 ноябрҙә башлана, тип хәбәр итте матбуғат конференцияһында Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич.

«Хәрби хеҙмәткә алыу планға ярашлы башҡарыла, был махсус хәрби операцияға бер нисек тә бәйле түгел. Егеттәр Рәсәй биләмәһендә генә хеҙмәт итәсәк. Бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң улар өйҙәренә ҡайтарыла. Бер кемгә лә хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтмайҙар», – тип билдәләне Михаил Блажевич.

Фото: neprizyvnoi.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас