Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ноябрь , 15:50

Беҙҙең башҡорт ҡыҙы - беренсе!

Кисә, 2 ноябрҙә Волга буйы федераль округының "ФормART" стрит-арт фестивале еңеүселәре билдәле булды. 

Беҙҙең башҡорт ҡыҙы - беренсе!
Беҙҙең башҡорт ҡыҙы - беренсе!

Улар округтың бөтә төбәктәре менән онлайн форматта уҙған тантаналы сара барышында асыҡланды.

Финал этабында, ғәҙәттәгесә, йәмәғәт тауыш биреүе уҙғарылды, унда Рәсәйҙең һәр кешеһе ҡатнаша алды, шул иҫәптән - төбәк һәм федераль кимәлдәге эксперттар. Тауыш биреүҙә бөтәһе 111 меңдән ашыу кеше һәм 90-ға яҡын эксперт ҡатнашты.

Фестиваль йылдан-йыл үҫешә. Ул ике йыл элек Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың тәҡдиме менән башланды һәм эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, дистанцияла уҙғарылды.

Баһалауҙар иҫәбе буйынса, Башҡортостандан Артур Мөжиповтың "Күсмә халыҡтар ҡурсалаусыһы" эше еңеүсе булды! Авторҙың әйтеүенсә, "һүрәттә Һомай милли кейемдәге башҡорт ҡыҙы образында һүрәтләнә. Милли кейемдә халыҡтың этник үҙенсәлектәре, рухи мәҙәниәте, инаныуҙары сағылыш таба. Өлкән быуын костюм ярҙамында киләсәк быуынға халҡының мираҫын тапшыра, тарихын һөйләй".

Икенсе урынды - Һамар өлкәһенән Семён Ефентьев, өсөнсөнө "Ижад" атамалы граффити менән Сыуаш Республикаһынан Алексей Чернев алды.

Фото: "Башинформ".

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в