Лауреаттарҙы республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәксеһе Максим Ульчев ҡотлап: “Мәртәбәле премияның Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан тапшырылыуы символик мәғәнәгә эйә. Байрамға бәйле ҡиммәттәр бөгөн дә көнүҙәк, барыбыҙға ла яҡын төшөнсәләр”, – тине ул.
“Хәтер ипкендәре” эсселар китабы өсөн журналистика ветераны Тәлғәт Сәғитов, республика матбуғатында баҫылған замандаштар хаҡындағы мәҡәләләре өсөн Фәнзил Санъяров, Башҡортостанда мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереүгә бәйле тапшырыуҙар өсөн “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Айгөл Усманова 2022 йылғы лауреаттар булды.
Премияға лайыҡ булыусылар комиссия ағзаларына, республика хөкүмәтенә уларҙың эштәренә ҙур баһа биргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, артабан да яңыса дәрт менән эшләү, матбуғат менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү теләген еткерҙе.