Яңылыҡтар
7 Ноября 2022, 10:01

"Бер кемде лә алғы һыҙыҡҡа ебәрмәҫкә кәрәк"

Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров бер кемде лә алғы һыҙыҡҡа ебәрмәҫкә кәрәклеген белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Бер кемде лә алғы һыҙыҡҡа ебәрмәҫкә кәрәк""Бер кемде лә алғы һыҙыҡҡа ебәрмәҫкә кәрәк"
"Бер кемде лә алғы һыҙыҡҡа ебәрмәҫкә кәрәк"

Республика етәксеһе премьер-министр Андрей Назаровҡа ошо йәһәттән тәртипкә булдырырға ҡушты. Бында яҡташтарыбыҙҙың — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға гуманитар ярҙам күрһәткән меценаттарҙың үҙ белдеге менән сәфәргә сығыуы хаҡында һүҙ бара.

- Коллегаларыбыҙға, иптәштәребеҙгә мөрәжәғәт итәм. Был йәһәттән тәртип булдырырға кәрәк. Бер кемде лә алғы һыҙыҡҡа ебәрмәгеҙ. Был бик хәүефле. Беҙҙекеләр ғүмеренә хәүеф янамаһын өсөн йөктө нисек оҙатыу  тураһында уйлашырбыҙ, — тине Башҡортостан Башлығы.

Автор:Эльвира Хамзина