Солоҡ умартасылығы тураһында яҙмаларына йомғаҡ яһап, ул яҡташтарыбыҙҙы республика буйлап сәйәхәт итергә һәм уның матурлығы менән хозурланырға саҡырҙы.
Радий Хәбиров солоҡ умартасылығын күрһәтте, унда бер нисә тиҫтә түмәр умарта тора.
«Энтузиастар, беҙҙең Туризмды үҫтереү үҙәге, умартасыларыбыҙ көсө менән ул мәҙәниәт, иҡтисадтың бер өлөшө, ғөмүмән, заман менән халыҡтар бәйләнеше булараҡ һаҡлана. Был бик шәп.
Ысынлап әйткәндә, мин ғүмеремдә тәүге тапҡыр бал йыям һәм бал ҡорттарына яҡындан ҡарайым. Был бөжәктәр шундай эшһөйәр. Улар ысын мәғәнәһендә беҙҙең дуҫыбыҙ.
Минән арттараҡ — мөһабәт Торатау. Барыһына ла Башҡортостандың хозур тәбиғәте буйлап сәйәхәт итергә кәңәш бирәм», — тине республика етәксеһе.
«Һәр эштә Артур Иҙелбаев кеүек Тыуған илен яратҡандар һәм үҙ эшенең оҫталары хәл итә», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.