Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ноябрь , 14:27

"Биш реабилитация үҙәгенә тағы өсәү өҫтәлә"

2024 йылдың 1 июненә Өфөнөң «Салют» балалар шифаханаһында үҫеш яғынан кәмселектәре булған балалар өсөн күп функциялы реабилитация-белем биреү үҙәге төҙөлөшө тамамлана.

"Биш реабилитация үҙәгенә тағы өсәү өҫтәлә"
"Биш реабилитация үҙәгенә тағы өсәү өҫтәлә"

 Бөгөн «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала әйтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект буйынса унда дауалау-һауыҡтырыу комплексы, 84 урынлыҡ стационар, бассейн була. Шулай уҡ белем биреү үҙәгенең 192 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы корпусы төҙөлә. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн башланғыс дөйөм, төп дөйөм, урта дөйөм һәм өҫтәмә белем биреүҙең яраҡлаштырылған төп һәм өҫтәмә программаларын тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, республиканың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Мәсәғүт ауылы поликлиникаһында реабилитация бүлеге төҙөлә. Сибайҙа ла ошондай үҙәк асыу пландары бар.

«Бөгөн мөһим инфраструктура булдырмайынса тороп, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә реабилитация үткәреп булмай, республикала бөтәһе биш реабилитация үҙәге бар», — тине Радий Хәбиров.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в