Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2022, 12:02

23 ноябрь ОТР каналында - Башҡортостан Республикаһы көнө

23 ноябрь ОТР каналында Башҡортостан Республикаһы көнө тип иғлан ителде. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров хәбәр итте.

23 ноябрь ОТР каналында - Башҡортостан Республикаһы көнө
23 ноябрь ОТР каналында - Башҡортостан Республикаһы көнө

«Башҡортостан — һоҡланғыс тәбиғәтле, данлы тарихлы, сағыу, күп төрлө мәҙәниәтле һәм көслө иҡтисадлы үҙенсәлекле төбәк. Үҙәк каналдарҙа республикала ойошторолған күләмле саралар тураһында репортаждар күрһәтәләр. Башҡортостан туристик, мәҙәни, ваҡиғалар киңлегендә нығыраҡ танылыу яулай бара.

Шаршамбы, 23 ноябрҙә, Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһында (ОТР) —Башҡортостан Республикаһы көнө. Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-нән ОТР телеканалы республикабыҙ — уның иҡтисады, тәбиғәт байлыҡтары, тарихы һәм мәҙәниәте, шәп халҡы менән таныштыра. Эфирҙа роликтар һәм документаль фильмдар, интервьюлар һәм яңылыҡтар күрһәтелә. Ҡыҙыҡлы булмаҡсы», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Республикабыҙ тураһындағы сюжеттарҙы бында ҡарарға мөмкин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: