Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь , 17:33

"Урал" гәзите ҡунаҡтар кѳтә

"Урал" гәзитенең 100 йыллығы айҡанлы иғлан ителгән "Урал" - минең гәзитем!",  "Сабир Шәрипов исемендәге ҡыҫҡа хикәйәләр" конкурстарына йомғаҡ  яһалды.

2022 йылдың март айында  "Урал" гәзитенең 100 йыллығы айҡанлы иғлан ителгән "Урал" - минең гәзитем!",  "Сабир Шәрипов исемендәге ҡыҫҡа хикәйәләр" конкурстарына йомғаҡ  яһалды. Һигеҙ айҙан ашыу барған конкурстарҙа гәзитебеҙҙең дуҫтары, ижад һѳйѳүселәр әүҙем ҡатнашты. Гәзиткә ҡағылышлы иҫтәлектәре, хәтирәләре менән уртаҡлашҡан, хикәйәләр яҙып ебәргән дуҫтарыбыҙҙың иң яҡшы әҫәрҙәре гәзит битендә баҫылып сыҡты. Конкурсанттарҙы 25 ноябрь, йома кѳнѳ редакцияға тантаналы сараға ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Конкурста ҡатнашҡандарға Дипломдар, матур бүләктәр әҙерләнде. Кемдең ниндәй урын алыуы тураһындағы мәғлүмәт әлегә сер булып ҡалһын. Бүләкләү тантанаһы тураһындағы мәҡәлә гәзитебеҙ битендә һәм социаль тѳркѳмдәрҙә бирелер. 
"Урал" гәзите үткәргән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашығыҙ, үҙегеҙҙең ижади кѳсѳгѳҙҙѳ һынап ҡарағыҙ, Дипломдар, бүләктәр алып ҡыуанығыҙ!
Әйткәндәй, гәзиткә 2023 йылға яҙылыусыларҙы ла  шәп бүләктәр кѳтә! Бүләк отоу өсөн бары гәзиткә яҙылып, квитанцияны фотоға төшөрөп, телефон һандарын күрһәтеп, почта аша - Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы - 55/1 адресына, [email protected] электрон адресына, йәки ватсап аша ебәрергә генә кәрәк. Ваҡыт бик аҙ ҡалды, һуңлап ҡуймағыҙ! 5-нән 15 декабргә тиклем гәзиткә осһоҙ хаҡҡа  яҙылырға мѳмкин. Ярты йылға 867 һум 78 тин генә. 12 бит булып сыҡҡан "Урал" гәзите һеҙҙе ярты йыл буйы уҡымлы мәҡәләләре менән ҡыуандырыр. Ҡалала йәшәгәндәр редакцияға үҙҙәре килеп яҙыла ала. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас в