Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2022, 11:50

Утын менән ярҙам иттеләр

Олойылға ауылынан Украинала барған махсус операцияла ҡатнашҡан биш ир-егеттең ата-әсәһе ҡышҡылыҡҡа утын менән ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте.

Утын менән ярҙам иттеләр
Утын менән ярҙам иттеләр

 Улар шәхси секторҙа йәшәй һәм өйҙәрен утын менән йылыта. Ишле ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Даньянов был мәсьәләне шундуҡ күтәреп алып, шәхси эшҡыуарҙарға мөрәжәт итте, улар тиҙ арала ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Шәхси эшҡыуарҙар - Дмитрий Викторович Коробов һәм Сергей Иванович Пермяков мобилизацияланғандарҙың ике, Айгөл Зөлфәр ҡыҙы Даньянова өс ғаиләне үҙ аҡсаларына һатып алынған утын менән тәьмин итте.
Утындарҙы тейәү, ташыу, урынға илтеүҙә хакимиәт башлығы Фәнис Рәшит улы шәхсән үҙе ҡатнашты һәм ярҙам итте.
“Ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙған, хәлебеҙгә кергән, шәхси эштәрен ситкә ҡуйып, ваҡыттарын беҙҙең өсөн бүлгәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт!”- , тип ҡалды ата-әсәләр.
Эйе, бындай ваҡыттарҙа беҙгә берҙәм һәм бергә булырға, мохтаждарға ярҙам итергә, айырыуса ил именлеге өсөн көрәшкәндәрҙең ғаиләләренә иғтирамлы һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Берҙәмлектә көсөбөҙ икәнлеген онотмаһаҡ ине.

Гөлнар Мөсәлимова,
Олойылға ауылы мәктәбе директоры.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: