+1 °С
Болотло
Был хаҡта 28 декабрҙә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итте.
Ведомство мәғлүмәте буйынса, тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 327 яңы осрағы теркәлгән. 214 кеше стационарҙа дауалана, 142-һе — ололар. 12 пациенттың хәле ауыр, дүртәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ә 1861 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, шул иҫәптән 594-е — 60 йәште уҙған. Тәүлек эсендә 376 пациент һауығып сыҡҡан.
Башҡортостанда 3 338 013 кеше тулыһынса ковидтан вакцинация үткән. Тәүлек эсендә 4 048 кеше прививка яһатҡан.