Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ғинуар 2023, 15:03

Туҡтауһыҙ ҡар яуа

Бөгөн тышта буран. Ошо йәһәттән күп кенә юлдарға сикләүҙәр индерелде. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тә яҙып сыҡты.

Туҡтауһыҙ ҡар яуа
Туҡтауһыҙ ҡар яуа

“Туҡтауһыҙ ҡар яуа. Бөгөн, кемдәр булдыра ала, республика юлдарына сыҡмай тороуҙарын һорайым.

Түбәндә буран сығыуы, көслө ҡар яуыуы һәм күреү мөмкинлегенең сикле булыуы сәбәпле Р-240 Өфө – Ырымбур федераль трассаһының 27-112-се саҡрым участкаһында пассажирҙар автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ябылды (Өфө районында Булгаковтан Стәрлетамаҡта Рощинскийға тиклем). Шулай уҡ М-5 “Урал” автомобиль юлында – 1368-се саҡрымдан 1548-се саҡрымға тиклем хәрәкәт сикләнде (Бүздәк районының Иҫке Боғаҙы ауылынан Иглин районының Майский ауылы).

Юлдарҙа ипле булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!”, – тип яҙҙы ул.

Ошо ваҡытта Башҡортостанда тағы бер юл участкаһында сикләү индерелгәне билдәле булды. Сикләү Өфө – Ырымбур трассаһының 112-се саҡрымынан (Рощинский ауылы) 272-се саҡрымға тиклем (Яңы Мораптал ауылы) ғәмәлдә. Бында ла йөк машиналарына һәм пассажир автобустарына йөрөү тыйыла. Сикләү яҡынса 16 сәғәткә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: