Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2023, 13:21

2023 йылда нисек ял итәбеҙ?

Яңы йыл каникулдары — иң оҙайлы ялдар, уларҙы бик оҙаҡ көтәһең һәм нисек үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Әммә 2023 йылда йәнә бер нисә оҙайлы ял бар.

2023 йылда нисек ял итәбеҙ?
2023 йылда нисек ял итәбеҙ?

Республиканың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостанда йәшәүселәрҙе 121 ял һәм байрам көндәре көтә.

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан 23 февралдән 26-һына тиклем дүрт көн ял була. Шулай уҡ Еңеү көнө айҡанлы 6 майҙан 9-ына тиклем ял.

21-23 апрелдә (Ураҙа байрамы), 29 апрелдән 1 майға тиклем (Хеҙмәт көнө), 10-12 июндә (Рәсәй көнө) һәм 4-6 ноябрҙә (Халыҡтар берҙәмлеге көнө) беҙҙе өс көнлөк ялдар көтә.

2023 йылда шаршамбыға тап килгән 8 март (Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө), 28 июнь (ҡорбан байрамы) һәм 11 октябрь (Республика көнө) айырым ял көндәре буласаҡ.

2023 йылда 8 март (Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө), 28 июнь (Ҡорбан байрамы) һәм 11 октябрь (Республика көнө) шаршамбыға тап килә, шуға бер генә көн ял була.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: