+1 °С
Ҡар
Федераль киң мәғлүмәт сараларында банк вәкиленең комментарийы баҫылған: «Хәҙерге баҙар шарттары беҙҙе төп программалар буйынса яңы төҙөлгән һәм икенсел торлаҡ өсөн ипотека буйынса ставкаларға бер аҙ төҙәтмәләр индерергә мәжбүр итә».
Шулай уҡ был льготалы ипотека буйынса ставканың 7% алып 8% тиклем күтәрелеүенә бәйле (программа 2024 йылдың 1 июненә тиклем оҙайтылды), ул башҡа ипотека программаларында ла ставкаларҙың артыуына килтерҙе, тип иҫәпләй эксперттар. Бынан тыш, 2023 йылдың февралендә төп ставка буйынса сираттағы ҡарар ҡабул ителергә тейеш.