Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2023, 16:52

Бер айҙа коронавирус йоҡтороу осраҡтары 47 процентҡа артҡан

Башҡортостанда һуңғы 30 көндә коронавирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтары 47% артҡан, ләкин һуңғы аҙнала кәмеүгә табан бара. 

Бер айҙа коронавирус йоҡтороу осраҡтары 47 процентҡа артҡан
Бер айҙа коронавирус йоҡтороу осраҡтары 47 процентҡа артҡан

Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Республикала 10 ғинуарға ковид йоҡтороуҙың 124 осрағы теркәлгән. 258 пациент коронавирустан һауыҡҡан. Әле 149 пациент стационарҙа һаулығын нығыта, 1 456 кеше өй шарттарында дауалана. Инфекция госпиталдәрендә коронавирустан дауалау өсөн 430 койка әҙерләнгән, буш койка фонды —35%.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының таралыу коэффициенты — 0,70, Рәсәйҙә иһә 0,93 тәшкил итә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: