Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2023, 11:36

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшен яҙ көнө үк арттырыуҙары ихтимал

2022 йылдың декабрендә Рәсәйҙә саҡырылыу йәшен арттырырға тәҡдим ителгән кампанияның быйыл яҙ башланыуы ихтимал. 

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшен яҙ көнө үк арттырыуҙары ихтимал
Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшен яҙ көнө үк арттырыуҙары ихтимал

Был хаҡта «Парламентская газета» баҫмаһына Дәүләт Думаһының Оборона буйынса комитеты рәйесе Андрей Картаполов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшен арттырыу процесы этаплап башҡарыла. Яңы системаға тулыһынса күсеү өсөн бер нисә йыл кәрәк булыуы мөмкин. Ғәмәлдәге ҡануниәткә бик күп төҙәтмәләр индереү талап ителә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2022 йылдың декабрендә Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу Рәсәйҙә граждандарҙың хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшен 18-ҙән 21 йәшкә тиклем этаплап арттырырға, ә сиген 27-нән 30 йәшкәсә күтәрергә йыйыныуҙары тураһында белдергәйне.

Рәсәй Президенты Владимир Путин был тәҡдимдәрҙе хупланы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-12/v-rossii-prizyvnoy-vozrast-mogut-povysit-uzhe-v-vesenniy-prizyv-3101694

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: