Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2023, 15:19

Республика ЮХХДИ башлығы иҫкәртә

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы башлығы Владимир Севастьянов 20 ғинуарҙа үҙенең телеграм-каналында рейдтар хаҡында хәбәр итте.

Республика ЮХХДИ башлығы  иҫкәртә
Республика ЮХХДИ башлығы иҫкәртә

«Ғәҙәттәгесә, ял көндәрендә дәүләт автоинспекцияһы рейдтар ойоштора. Төп бурысыбыҙ  —  автомобиль аварияларына юл ҡуймау һәм транспорт ағымында хоҡуҡ боҙоусыларҙы асыҡлау. Тикшереүҙә мөмкин тиклем күберәк хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша», — тип иҫкәртте ведомство етәксеһе.

Эскән водителдәр тураһында ла хәбәр итергә мөмкин, тине ул.

«Инспекторҙар уларҙы тотоу буйынса тейешле саралар күрергә әҙер», — тип билдәләне Владимир Севастьянов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-20/glava-gibdd-bashkirii-obratilsya-k-voditelyam-s-preduprezhdeniem-3112829

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: