Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2023, 14:38

Яугирҙарға - “УАЗ” автомобиле

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре  махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙарға “УАЗ” автомобиле алып бирҙе.

Яугирҙарға  - “УАЗ” автомобиле
Яугирҙарға - “УАЗ” автомобиле

Күмәк көс менән һатып алынған автомобиль гуманитар ылау составында  беҙҙең ғәскәр урынлашҡан урынға юллана.

Махсус хәрби операция башланғандан алып район-ҡала халҡы ярҙамы менән яугирҙарға тонналап гуманитар ярҙам  йыйылды һәм оҙатылды.  Ошо көндәрҙә сираттағы ылау - аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡтар, экипировка һәм техниканан тыш, операция зонаһына “УАЗ” автомобиле лә юллана.

Һалдаттарға гуманитар ярҙамды транспортировкалауҙы әҙерләүҙә битараф булмаған граждандар ҡатнашты.  Патруль-пост хеҙмәтенең айырым рота наряды менән идара итеү төркөмө инспекторы, полиция лейтенанты Вадим Мулынбаевҡа мобилизацияланған яҡташтарҙың автомобилгә мохтажлығы билдәле булыу менән автомобиль һатып алыу өсөн матди ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап,  хеҙмәттәштәренә мөрәжәғәт итә.

Белорет районы эске эштәр бүлеге начальнигы Дим Нәҙербаев һәм барлыҡ шәхси состав хеҙмәттәштәренең башланғысын хуплай һәм өс көн эсендә Белорет полицейскийҙары кәрәкле сумманы йыйып та бирә. Матди ярҙам йыйыуға запастағы хәрби разведчиктар (“Дозор”  йәмғиәте) һәм эске ғәскәрҙәрҙең запастағы хәрбиҙәре лә ҡушыла.   

Полиция хеҙмәткәрҙәре тура килгән  машинаны табып, тиҙ арала кәрәкле сумманың күп өлөшөн йыйыуға өлгәште. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ла үҙ сиратында ярҙам итте. Хакимиәт ярҙамы менән тейешле машина һатып алынды. Автомобиль яугирҙарға оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн тәртипкә килтерелде һәм техник хеҙмәтләндереү үтте.

Эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, полиция начальнигы, подполковник Батырйән Мөхәмәтдинов  муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванютаға “УАЗ” машинаһы асҡысын тапшырҙы. Мәүлит хәҙрәт Мөхәмәтйәнов барыһына ла именлек, яугирҙарыбыҙҙың тыуған еренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылды.

Күмәк көс менән һатып алынған техникаға гуманитар ярҙам тултырылды һәм иртәгә  ғәскәрҙәр урынлашҡан урынға юллана. Бүләк 428-се  полк тыңреспублика яугирҙары хеҙмәт иткән хәрбиҙәргә тапшырыла.

Эльвира ХӘМЗИНА.

Автор фотолары.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: