Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2023, 16:40

Башҡорт ѳйѳ асылды

Ошо кѳндәрҙә Тимер юл ауылы ағинәйҙәре башҡорт ѳйѳ асып ебәрҙе. Ҡала ситендә урынлашҡан ауылда йәшәгәндәр ѳсѳн был бик ҡыуаныслы ваҡиға булды.

Сатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

Башҡорт ѳйѳн асыу тантанаһында Тимер юл ауыл хакимиәте башлығы Артур Закиров, район-ҡала ағинәйҙәре етәксеһе Зѳбәржәт Суфьянова, "Урал" гәзитенең баш мѳхәррире Сатура Минһажетдинова, ауыл клубы мѳдире Александр Житнюк, художество етәксеһе Екатерина Ганаева, етәкселәре Фәрзәнә Хәйбуллина менән Үткәл ағинәйҙәре ҡатнашты. Тимер юл ауылы ағинәйҙәре хѳрмәтләп саҡырған ҡунаҡтарын буҙа, сәксәктән ауыҙ иттереп, йыр-моң менән ҡаршы алды. 
Башҡорт ѳйѳ фойеһында ағинәйҙәрҙең эштәренән бай күргәҙмә ҡуйылған. Ниндәй генә эштәр юҡ бында, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион һәм стилләштерелгән милли биҙәүестәре - һаҡал- түшелдеректәр, мәрйендән үрелгән муйынсаҡтар, башҡорт кейемендәге ҡурсаҡтар, сигелгән таҫтамалдар, мендәр тыштары, ырғаҡ менән бәйләнгән биҙәкле тѳҫлѳ шәлдәр, матур тәпешкәләр, биҙәкле йѳн ойоҡтар күҙҙе шатландырып, күңелдәргә ҡыуаныс ѳҫтәй. Ҡунаҡтар бисмилла итеп, боронғолоҡто бар ысынбарлығында күрһәткән башҡорт ѳйѳнә үтәләр. Башҡорт халҡының кѳнкүрешен, тарихын, шѳғѳлѳн, кейгән кейемдәрен, рухи байлығын сағылдырған милли кейем ѳлгѳләре, боронғо һауыт-һаба, бик борондан ѳләсәйҙәрҙең ҡулы менән һуғылған, һаман тәбиғи тѳҫтәрен юғалтмаған балаҫтар, кейеҙ-юрғандар, бишектә тыныс ҡына иҙрәп йоҡлаған бәпес, күпереп торған мендәрҙәр урынлашҡан урындыҡ янында боронғо еп иләгес, һикелә еҙ батмуста ултырған самауыр, иҙәнгә йәйелгән әрмәк, бүлмә мѳйѳшѳндәге матур  мейескә быймалар теҙелгән, барыһы ла бүлмәгә матурлыҡ, нур ѳҫтәй.

Эйе, Тимер юл ауылында күп милләтле халыҡ йәшәй. Ҡатнаш халыҡ йәшәгән ерҙә һәр милләттең мәҙәниәтен, ғѳрѳф-ғәҙәттәрен, традицияларын иҫәпкә алып, тѳрлѳ саралар, байрамдар үткәреү халыҡты берләштерә, уларҙы матур эштәргә ойоштороуҙа нигеҙ булып тора. Ошо турала хакимиәт башлығы  Артур Ҡауый улы ла бик матур һүҙҙәр әйтте. 

- Беҙҙең ағинәйҙәрҙең йәмәғәт ойошмаһы булып тупланып, бергә эшләй башлауына бер йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә улар бик күп саралар ойошторҙо. Тимер юл ауылында башҡорт рухын булдырҙылар, тѳрлѳ сараларҙа уларҙың  милли кейемдәр кейеп, матур итеп йѳрѳүенә, башҡорт халҡының йолаларын, йыр-моңон, традицияларын  тѳрлѳ милләт кешеләренә күрһәтеүенә ошонда йәшәгәндәр һоҡланып, яратып ҡарай. Һәр эштә ҡатнашырға тырышалар, күркәм йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ѳмәләргә лә сығалар. Яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам итеүҙә лә бик әүҙем ҡатнашалар. Үҙҙәренең һоҡланғыс эштәрен күрһәтә лә белһендәр. Киләсәктә бергә-бергә матур эштәр башҡарырға яҙһын. Хакимиәт уларҙың һәр эшен хуплап тора, артабан да ярҙам итергә тырышырбыҙ,
тине  Артур Закиров.
Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: