Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2023, 14:40

Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам

Ошо кѳндәрҙә һигеҙ селтәр үрҙек, ете селтәрҙе Шығай хакимиәт башлығы Исмәғил Әбүталипов яугирҙарға гуманитар ярҙам менән ебәрергә килеп алып китте.

Сатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

Ошо кѳндәрҙә Үткәл ауылы халҡы, Украинала хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итәйек тип, аҡса йыйҙы һәм ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары маскировка селтәрҙәре үрә башланы. Быға тиклем дә үткәлдәр әллә нисә тапҡыр гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашты, яугирҙарға йылы кейемдәр һәм яу яланында кәрәкле әйберҙәр йыйып ебәрҙе. Был юлы ла, хәрби техниканы ҡаплап ҡуйыу һәм һуғыш шарттарында башҡа урындарҙа ҡулланыу ѳсѳн маскировка селтәрҙәре кәрәк булыуын ишеткәс тә, үткәлдәр тиҙ генә эшкә тотондо.
Ғинуар аҙағында еңеүгә беҙ ҙә үҙ ѳлѳшѳбѳҙҙѳ индерәйек тип, ауыл халҡынан аҡса йыйып, селтәрҙәр һатып алдыҡ һәм уларға сепрәктәр бәйләй башланыҡ. Сепрәктәрҙе бер ике көн алдан өйҙә лә ҡырҡып әҙерләп алып килдек. Әле шул эштәр менән даими булышырбыҙ, тип һөйләштек. Ауылыбыҙҙа әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар күп. Сара Таһирова, Рәмилә Йосопова, Айһылыу Йомағужина, Зәйнәб Хәлилова, Гүзәл Мансурова, Гүзәл Шәғәлина, Мәүлиҙә Ғәлимова, Хәтирә Мѳхәмәтғәлина, Бибисара Йәнгәрәева, Фәрзәнә Хәйбуллина, Сулпан Мырҙабаева, Рәйдә Ғәлиастанова, Дилбәр Ямалетдинова, Рима, Рәдифә Ғәлиастановалар, Таңһылыу Вәхитова, Мәҙинә, Линара Йомағужиналар, Фәйрүзә, Зәмиә, Рәшиҙә Мѳхәмәтғәлиналар, Резеда, Илүзә Сафуановалар, Лира Мозафарова, Әминә Мѳхәмәтдинова, Фирүзә Сафуанова, Рәмзилә Йомағужина, Лилиә Томасова, Ирина Мадиярова, Фатима, Әлизә Йомағужиналар, Раушания, Динә Мәхмүтовалар, Розалия Ямалетдинова һәр ваҡыттағыса ихлас эшкә тотондолар. Хатта әсәһенә эйәреп килгән бәләкәй генә Изәлиә лә сепрәктәрҙе бәйләшеп йѳрѳнѳ. Бик мәшәҡәтле эш булһа ла, изге ниәттәр менән үрелгән селтәрҙәр яуҙағы һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыр тип ышана үткәлдәр. Ҡатын-ҡыҙҙар белгән доғаларын уҡып, яугирҙарҙың именлеген теләп, күңелдәрен һалып үрә селтәрҙәрҙе. Ошо кѳндәрҙә һигеҙ селтәр үрҙек, ете селтәрҙе Шығай хакимиәт башлығы Исмәғил Әбүталипов яугирҙарға гуманитар ярҙам менән ебәрергә килеп алып китте.
Иң мөһиме, илдәр имен торһон,ир-егеттәребеҙ иҫән-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһын, тиҙерәк тамамланһын ине был һуғыш.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: