-1 °С
Болотло
Ҙурлығына ҡарап, шәмдәр дүрт сәғәттән һигеҙ сәғәткәсә яна. Улар хәрби заданиеларға йөрөтөү өсөн уңайлы: усаҡ яҡмайынса ҡулдарҙы, консерваларҙы йылытырға мөмкин.
Әйткәндәй, бер килограмм парафиндан дүрт-биш уртаса шәм сыға. Әҙер шәмдәр сираттағы гуманитар ярҙам менән фронтҡа оҙатыласаҡ.
Әлеге мәлдә балауыҙ һәм парафиндар һатып алына. Шулай уҡ тимерҙән таҙа консерва банкалары ла кәрәк.
Әгәр ҙә банка, балауыҙ һәм парафин шәмдәр менән ярҙам итергә теләһәгеҙ, Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 66 адресы буйынса урынлашҡан “Военторг”ка мөрәжәғәт итегеҙ.
Ирекмәндәр төркөмөнә ҡушылыр өсөн 8(903)353-73-97 (Юлиә) телефон һандарына шылтыратығыҙ.
Белешмә өсөн телефон: 8(937)352-48-98 (Гөлзирә).