Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март , 10:45

Башҡортостан - ял итергә теләүселәр һаны буйынса һигеҙенсе урында

Волга буйы федераль округының барлыҡ субъекттарынан 2022 йылда илебеҙҙә йәшәүселәр Башҡортостанда ял итеүгә өҫтөнлөк биргән. 

Башҡортостан -  ял итергә теләүселәр һаны буйынса һигеҙенсе урында
Башҡортостан - ял итергә теләүселәр һаны буйынса һигеҙенсе урында

Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Санатории-России.рф порталы әҙерләгән рейтингтан билдәле булды. Рәсәй төбәктәре рейтингы төбәктең мең кешеһенә шифаханаларҙа ял итеүселәр һанын анализлау нигеҙендә төҙөлгән.

Белгестәр тикшереүҙәр барышында Башҡортостанға бер мең кешегә 60 ял итеүсе тура килеүен асыҡлаған. Унан һуң Пермь крайы (50), Удмуртстан (46), Киров өлкәһе (44) һәм Сыуашстан (43) килә.

Ғөмүмән, Рәсәйҙә башлыса Краснодар крайы (мең кешегә 323 турист), Ставрополь (226) һәм Ҡырым (213) курорттары популяр. Башҡортостан илдә 8-се урынды биләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-06/bashkiriya-zanyala-vosmoe-mesto-po-rossii-po-kolichestvu-zhelayuschih-otdohnut-v-respublike-3166706

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в