Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Март 2023, 14:59

Ирекмәндәргә - хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы

Ирекмәндәр берҙәм өлгөләге хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы тапшырыла.

Ирекмәндәргә - хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы
Ирекмәндәргә - хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы

Ошо документты алыу ҡағиҙәләре 7 мартта рәсми сайтта баҫылған хөкүмәт ҡарары менән раҫланған.

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, бында махсус хәрби операция барышында Рәсәйҙең Хәрби Көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүгә булышлыҡ итеү өсөн власть органдары ҡарары буйынса ойошторолған ирекле отрядтарға ингән граждандар хаҡында һүҙ бара. Таныҡлыҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандары статусын һәм закон буйынса ҡаралған льготаларға хоҡуҡты раҫлай.

Ҡарарға ярашлы, документты Рәсәй Федерацияһы субъекттарының ирекмәнде хәрби иҫәпкә ҡуйған йәки йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариаттар бирергә тейеш. Бының өсөн гражданға ғариза яҙырға кәрәк. Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, әгәр ирекле отрядта ҡатнашыуҙы дәлилләгән документтар юғалһа, хәрби комиссариаттар уларҙы эҙләү менән үҙаллы шөғөлләнергә бурыслы.

Ирекмәндәргә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын биргән закон 2022 йылдың ноябрендә ҡабул ителде. Федераль кимәлдә улар өсөн льготалар билдәләнгән, шул иҫәптән милеккә һалым һәм коммуналь түләүҙәр буйынса. Бынан тыш, ошондай статусҡа эйә граждандарға ай һайын аҡсалата түләү ҡаралған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: