Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2023, 14:42

Күперҙәр төҙөкләндерелә

Районда йөҙҙән ашыу күпер бар. Улар даими рәүештә төҙөкләндерелеүгә мохтаж. Уҫманғәле - Александровка - Асы автоюлындағы - Инйәр, Өфө - Инйәр - Белорет юлындағы Йөйәк йылғалары аша һалынған күперҙәр тәртипкә килтерелде. Шулай уҡ Инйәр - Ноҡат - Айыс автомобиль юлындағы Өшөрә йылғаһы аша һалынған күперҙе реконструкциялау тамамланды.

Күперҙәр төҙөкләндерелә
Күперҙәр төҙөкләндерелә

Ошо көндәрҙә Асы ауылының Юрмаш йылғаһы күпере тулыһынса төҙөкләндерелде. Ноҡат, Шығай, Ломовка ауылдарында күперҙәр тәртипкә килтерелде.

Шушпа ауылының автомобиль күперен ремонтлау мәсьәләһе хәл ителеү өҫтөндә. Проект буйынса конкурс ойошторолоп, подрядсы ойошма билдәләнде. Апрель аҙағынаса проект Дәүләт экспертизаһы үтергә тейеш.

Тағы бер мөһим мәсьәлә - Аҙнағол ауылында күпер төҙөү. Подрядсыларҙы билдәләү буйынса аукцион иғлан ителде, әммә был суммаға ризалашыусы табылманы. Сумма 1,5 тапҡырға арттырылды, быйыл төҙөлөш эштәрен башлау планлаштырыла.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: