Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2023, 16:57

Википедия - ул ҙур донъя

Ишле хакимиәтенең Олойылға ауылы мәктәбендә "Нимә ул Википедия һәм Башҡорт Википедияһында нисек эшләргә?" тигән викикәңәшмә үтте. Сара республика ауылдары араһында үткән "Айыҡ ауыл" конкурсына ярашлы ойошторолдо.

Кәңәшмәлә уҡытыусылар,  китапхана хеҙмәткәрҙәре, студенттар, Олойылғаға яҡын урынлашҡан ауылдарҙан Википедия менән шѳғѳлләнергә теләгәндәр һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Кәңәшмәне район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльза Мѳхәмәҙиева асты һәм республикала Википедия менән файҙаланыу сыларҙың күп булыуы, әммә унда кемдәрҙең һәм нисек эшләүе тураһында күптәрҙең белмәүе, ә бик ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында әйтте. Шулай уҡ район-ҡалала Башҡорт Википедияһы менән ҡыҙыҡһынғандарҙың аҙ булыуы, ә бына күрше Бѳрйән районы был йәһәттән бик әүҙемлек күрһәтә тине.

- Википедияның мѳмкинлектәре бик ҙур. Уның менән шѳғѳлләнеп үҙегеҙгә һәм йәмғиәткә лә файҙа килтерергә мѳмкин. Кәңәшмәлә ошо турала дѳйѳм мәғлүмәт алыр ѳсѳн һәм Википедияла теркәлеп, тәүге аҙымдарҙы эшләп ҡарар ѳсѳн йыйылдыҡ,
тине тине Эльза Әнәс ҡыҙы.

Артабан һүҙҙе Википедияла оҙаҡ йылдар эшләгән, Ѳфѳнән килгән тәжрибәле ирекмән, «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбу ғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Ниғәмәтйәноваға (ижади псевдонимы З. Әйле) һүҙ бирҙе.

- Мин үҙемде ябай ирекмән тип һанайым. Үҙемдең мѳмкинлегемдән сығып башҡорт теленә ярҙам иткән ирекмәнмен. Википедия ябай тел менән тәржемә иткәндә вики - тиҙ, педия - энциклопедия тигәнде аңлата. Йәғни тиҙ энциклопедия һәм уның тѳп биш ҡағиҙәһе бар. Беренсенән, ул энциклопедик стилдә яҙыла һәм унда ҡыҫҡа мәғлүмәт ҡуйыла. Икенсенән, унда объектив һәм нигеҙләнгән ҡараш булырға тейеш. Мәҫәлән, мин теләйем, мин беләм түгел, ә нигеҙләнгән мәғлүмәттәргә таянып эш итеү. Ѳсѳнсѳнән, Википедияла, авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоу тыйыла. Һеҙ ҡайҙандыр мәғлүмәт алып яҙаһығыҙ икән, мотлаҡ уның сығанағы күрһәтелергә тейеш. Дүртенсенән, Википедияла барыһы ла тигеҙ, тиң һәм изге ниәттән эшләнергә тейеш. Бер-береңә терәк булып, ярҙам итеп, хаталарҙы тѳҙәтеү. Бишенсе ҡағиҙәһе - ошо дүрт ҡағиҙәгә генә таянып эшләү. Әгәр яңы ҡағиҙә индерергә теләйһегеҙ икән, теләгегеҙҙе йәмәғәтселеккә сығарып, тауыш биреү юлы менән шул ҡағиҙәне ѳҫтәп ҡуйҙырта алаһығыҙ. Википедия ошо ҡағиҙәләргә нигеҙләнә. Глобаль энциклопедияның башҡорт телендә алып барылған бүлеге 2005 йылдың 16 апрелендә барлыҡҡа килгән. Ни ѳсѳн тигәндә, беренсе мәғлүмәт шул кѳндѳ яҙыла һәм уны аноним автор яҙа. Уның кем икәнен әле бер кем дә белмәй. Был кѳн Башҡорт Википедияһының тыуған кѳнѳ булып тора. Википедияла аноним йәки теркәлеп эшләргә мѳмкин. Бурысыбыҙ башҡорт теленә ярҙам итеп, уны донъя күләменә сығарып, бер кимәлдә тотоп тороу,
тине ирекмән.

Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы шулай уҡ Википедияны ѳйрәнеп, унда эшләргә теләгәндәргә Википедияның бик күп файҙалы проекттары барлығы тураһында ла һѳйләп үтте.

- Етди ниәтегеҙ булһа, тәү сиратта теркәлеү үтергә кәрәк, артабан бер логин (никнейм) менән барлыҡ проекттарҙа ла ҡатнашырға мөмкин. Ә инде бары тик ҙур булмаған төҙәтеүҙәр генә индерергә теләһәгеҙ (өтөр, нөктә, хәреф хатаһы), теркәлеү кәрәкмәй, әммә теркәлеүҙең дә үҙенең ыңғай яҡтары бар, - тине ул. Ирекмән сайтта нисек теркәлергә, эшләргә өйрәтте. Википедияның уҡыусылар ѳсѳн дә бик файҙалы булыуын аңлатты. Википедияға теркәлгәндәр үҙенең ирекмәнлек кенәгәһен аса алалар. Был бигерәк тә уҡыусылар өсөн файҙалы, сөнки Башҡортостандың ҡайһы бер вуздары ирекмәнлек буйынса өҫтәмә балл яҙалар. Уҡырға ингәндә был уҡыусылар өсөн ҙур ярҙам була. Мәктәпте тамамлағансы уҡыусыларға Википедияла бер нисә йыл эшләп өлгөрөргә кәрәк.

Википедияның һәм уның төрлө телдәрҙәге бүлектәренән тыш, тағы ла Викикитап, Викитека, Викиөҙөмтә, Викидата, Викимилек, Викисәйәхәт, Викиинкубатор, Викияңылыҡтар, Викиверситет, Викитөрҙәр тигән бүлектәре лә бар. Быларҙың барыһы тураһында унда шѳғѳлләнә башлағас аңларға мѳмкин. 

- Бөгөн тотош республикала ғына түгел, айырым төпкөл ауылдарҙа ла төрлө саралар, шул төбәккә генә хас йолалар үтеп тора, социаль селтәрҙәргә фотолар һалына. Ә ни өсөн был брендҡа әүерелгән, тергеҙелгән йолалар тураһында Башҡорт Википедияһында мәҡәләләр, фотолар, Викияңылыҡтарҙа - репортаждар, Викидәреслектә нисек ойоштороу һәм үткәреү буйынса дәрестәр юҡ? Уларҙы кем эшләргә тейеш? Ә бит район ғына түгел, республика гәзиттәрендә мәғлүмәт бирелә (сығанаҡ!), шулай уҡ башҡорт халыҡ ижады, фольклоры менән шөғөлләнгән ғалимдарҙың хеҙмәте лә бар бит. Бары тик ең һыҙғанып тотоноп, эшләргә генә кәрәк, 
тине Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова.

Викикәңәшмәлә ҡатнашыусылар Zoom платформаһы аша Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыевтың сығышын да тыңланылар. Викимедистар рәтенә баҫырға, төплө итеп өйрәнергә теләгәндәр Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыевтың онлайн-вики мәктәбендә уҡый йәки Stepik мәғариф платформаһындағы “Википедияға инеш” исемле онлайн-курсты үҙаллы өйрәнә ала. Икеһендә лә уҡыуҙар бушлай, уңышлы тамамлағандарға сертификат бирелә.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Википедияла теркәлеп тәүге аҙымдарын яһаны һәм үҙҙәре ѳсѳн яңы донъя асты.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: