Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2023, 13:55

Машинағыҙ нисә саҡрым юл үткән?

Был закон хуплау тапһа, штраф миллион һумға тиклем етергә мөмкин. 

Машинағыҙ нисә саҡрым юл үткән?
Машинағыҙ нисә саҡрым юл үткән?

Ҡулдан машина йәки башҡа төрлө техника һатып алғанда шуны ла иҫтән сығармаҫҡа кәрәк - үтелгән саҡрымдарҙы күрһәтә торған прибор кирегә әйләндерелгән булыуы ихтимал. Билдәле, техника хужаһы отошло һатып ебәреү өсөн шулай эшләй. Машина йылына ҡарап яңы, әммә туҙған булырға мөмкин. Кирегә әйләндерелгән одометр һатып алыусының шиген тарата.

«Рәсәй автомобиль дилерҙары» ассоциацияһы етәкселеге бындай алдашыу өсөн яуаплылыҡ индерергә тәҡдим иткән. 

Әлеге ваҡытта одометрҙы үҙгәрткән өсөн штраф юҡ. Әгәр тәҡдим ителәһе яңы закон хупланһа, физик шәхестәр өсөн 300 мең һумға тиклем һәм юридик шәхестәргә миллион һумға тиклем штраф ҡараласаҡ. 

Шул уҡ ваҡытта «Альфа-лизинг» компанияһының хәүефһеҙлек буйынса директор урынбаҫары Дмитрий Кудрявцев был ғәмәл өсөн штраф ҡына етмәй тип һанай. Уның фекеренсә, был яҡлап Германиянан үрнәк алырға кәрәк. Унда бер йылға тиклем төрмә ҡаралған. 

Одометр күрһәткестәрен үҙгәртеү күбеһенсә ҡулланылған машиналарға, атап әйткәндә, хаҡы миллион һумға тиклем булған Рәсәй автомобилдәренә һәм бик ҡиммәт ҙаналмаған сит ил маркаларына ҡағыла, ә премиум- класс машиналары араһында был приборҙы артҡа тәгәрәтеү һәр өсөнсө машинала осрай. 

Фото: ВКонтакте

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: