Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2023, 14:26

Яҙғы боҙҙан һаҡ бул

Яҙ етеү менән һыу ятҡылыҡтарында боҙ ирей башлай. Йоҡа һәм муртыҡ боҙ кеше ғүмере өсөн хәүеф тыуҙыра. Ҡояш нурҙары, боҙ аҫтындағы һыу ағымының көсәйеүе боҙҙо күҙәүле һәм йомшаҡ итә. Әлбиттә, бындай боҙ өҫтөнән йөрөү үтә хәүефле. Әҙерлекһеҙ көйө тау йылғаларында катамаран һәм байдаркаларҙа аҡҡан туристарға, һыу объекттарында бәләкәй судноларҙы файҙаланған балыҡсыларға яҙғы һыуҙан һаҡ булыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү зарур. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: яҙғы боҙ көҙгө-ҡышҡы боҙҙан ҡырҡа айырыла! Әгәр көҙгө һәм ҡышҡы боҙ кәүҙә ауырлығы аҫтында шытырлай башлаһа, яҙғыһы иһә боҙло иҙелмәгә әйләнеп, шунда уҡ ыуалып төшә.

Яҙғы боҙҙан һаҡ бул
Яҙғы боҙҙан һаҡ бул

Ололарға айырыуса балаларға ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк. Яҙғыһын боҙ өҫтөндә, һыу буйҙарында уйнарға ярамауын әленән-әле иҫкәртеп тороу, уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмау фарыз.

Яҙғы ташҡын һәм боҙ китеү осоронда һыу ятҡылығына төшөү, йөҙөү сараларын ҡулланыу, боҙ тығыны барлыҡҡа килгән йылғаға, текә ярға яҡын барыу, боҙ киҫәктәрендә йөрөү һәм йөҙөү тыйыла.


Боҙ өҫтөндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре:

- боҙ өҫтөнән махсус йыһазландырылған кисеүҙәр аша ғына йөрөү зарур. Улар булмағанда боҙҙоң ныҡлығын башта таяҡ менән (аяҡ менән түгел!) тикшерегеҙ. Әгәр таяҡ менән һуҡҡан ыңғайы боҙ өҫтөнә һыу эркелһә, табандарҙы боҙҙан айырмайынса эҙҙәрегеҙ буйлап кире боролоуығыҙ хәйерле;

- боҙға төшөр алдынан, тирә-яғығыҙҙы байҡап, хәүефһеҙ урындарҙы йәки һалынған һуҡмаҡтарҙы билдәләгеҙ;

- иреткеү мәлдә боҙға сығыу хәүефле. Айырыуса текә ярлы таныш булмаған ерҙәрҙә һаҡ булығыҙ;

- боҙ өҫтөнән хәрәкәт иткәндә хәүефле, шикле урындарҙы урап үтегеҙ. Ҡалын ҡар менән ҡапланған майҙансыҡтарға яҡын бармағыҙ, сөнки унда асыҡ ергә ҡарағанда боҙ күпкә йоҡараҡ;

- боҙ өҫтөнән төркөм менән үткәндә, кешеләр араһындағы арауыҡ 5-6 метрҙы тәшкил итергә тейеш. Саңғыла йөрөгәндә иһә һалынған саңғы юлын ғына һайлағыҙ.

 

Боҙ аҫтына төшөп киткән осраҡта:

- иң мөһиме, паникаға бирелмәҫкә. Боҙҙоң ҡатынҡы яғын самалап, ҡулығыҙҙы киң йәйеп, түшегеҙ менән боҙ өҫтөнә менергә тырышығыҙ; мөмкинлек булһа, аяҡты йылыуҙың ҡаршы яғына терәгеҙ;

- тәрән булмаған урында һыу төбөнән кинәт аяҡтар менән этелеп, боҙ өҫтөнә сығығыҙ йәки боҙҙарҙы ватып, тәрәнлек буйлап ярға табан хәрәкәт итегеҙ;

- һыуҙан сыҡҡас, боҙ өҫтөндә аяҡҡа баҫырға ашыҡмағыҙ. Аяҡ-ҡулдарҙы киң йәйеп, йылыуҙан ситкә шыуышығыҙ йәки тәгәрләгеҙ;

- боҙҙоң ныҡлығына инанғас ҡына аяҡ өҫтө баҫығыҙ;

- йәһәтерәк йылынырға ашығығыҙ: өшөү етди өҙлөгөүгә дусар итеүе ихтимал.

Әгәр кемдер боҙ аҫтына төшөп китһә, таяҡ, ҡолға йәиһә таҡта алып, һаҡлыҡ менән йылыуға табан хәрәкәт итегеҙ. Ҡайыш, ҡайышлы сумка йә саңғы таяғын ырғытырлыҡ ергә ҡәҙәр шыуышып барығыҙ. Һыу эсендәге кеше һеҙ ташлаған предметҡа йәбешкәс, ипләп кенә уны һыуҙан сығарығыҙ һәм бергәләп йылыуҙан ситкәрәк шыуышығыҙ.

Онотмағыҙ: боҙ өҫтөндә һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәү - яҙғы ташҡын мәлендә бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмау өсөн төп шарт!

 

Ҡарҙар ирей, һыу таша...

Ирегән боҙ-ҡарҙарҙан һыу ятҡылыҡтары ташып, ярҙарынан сыға. Һыу ҙур территорияларҙы баҫып, кешеләр, хайуандар йәрәхәтләнә йә һәләк була, йорттар, сәнәғәт биналары һәм ҡоролмалары, коммуналь хужалыҡ объекттары, юлдар емерелә, электр тапшырыу, элемтә линиялары эшлектән сыға. Ҙур юғалтыуҙар һәм ҡазалар булмаһын өсөн ташҡынға алдан әҙерләнеү мөһим - быуа-дамбаларҙың ныҡлығын тикшереү, зарури инженер эштәрен башҡарыу, һауа торошон күҙәтеү, мәғлүмәти хәбәрҙәрҙе тыңлау, йөҙөү һәм ҡотҡарыу сараларын әҙерләү.

 

Һыу кимәле ҡапыл күтәрелһә:

- мөмкин тиклем тыныс булығыҙ, паникаға бирелмәгеҙ;

- мөһим документтарҙы, ҡиммәтле әйберҙәрҙе, дарыуҙарҙы, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле монаятты йыйығыҙ;

- ярҙам килгәнсе йорттоң өҫкө ҡатында, сарҙаҡта, өй, ағас баштарында, ҡалҡыулыҡтарҙа булып тороғоҙ;

- флаг, сыраҡ, фонарь уты йә шәм ярҙамында ҡотҡарыусыларға сигнал бирегеҙ;

- һыу баҫҡан зонанан үҙаллы һуңғы сиктә - ҡотҡарыусыларға өмөт ҡалмаған осраҡта ғына сығырға мөмкин;

- үҙ-үҙеңде ҡотҡарыуға ентекле әҙерләнеү фарыз, һыуҙың йүнәлешен һәм тиҙлеген иҫәпкә алырға онотмағыҙ!

- өйҙән сығыр алдынан электр һәм газ приборҙарын, мейестәге утты һүндерегеҙ. Ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе бикләгеҙ, әгәр мөмкинлек булһа, беренсе ҡаттың тәҙрә-ишектәрен таҡталар менән көпләгеҙ.

Урын-ер таныш һәм һыуҙың тәрәнлеге ҙур булмаһа, ҡалҡыулыҡта урынлашҡан бина йә ҡоролмаға, ҡоро ергә тиклем барырға тырышығыҙ. Һыу кимәле йәһәт күтәрелгән зонала булһағыҙ, тиҙ арала ҡотҡарыусыларға сигнал бирегеҙ; улар булмаған осраҡта һыуҙың тәрәнлеген ҡолға менән билдәләп, әкрен генә хәрәкәт итегеҙ.

 

Көслө һыу ағымына эләккәндә:

- һыу өҫтөндә ҡалырға тырышығыҙ;

- бар көсөгөҙҙө туплап, ярға, ҡоролма йә йөҙөү сараһына тиклем барығыҙ;

- ағым ыңғайына йөҙөп, көсөгөҙҙө һаҡлағыҙ, ярға яҡынайығыҙ;

- өйрөлмәк, йылғаның аҡмаһы һәм башҡа тотҡарҙарҙан абай булығыҙ;

- йөҙөү арҡылы ҡотолоу өсөн йөҙөүсе предметтарҙы йә страховка бауын ҡулланығыҙ;

- өҫ һәм аяҡ кейемен сисеп, ярға, яҡындағы ҡоролмаға, утрауға табан йөҙөп барып, ярҙам көтөгөҙ.

Машинала булһағыҙ, һыу баҫҡан юлдан барыуҙан тыйылығыҙ, һеҙҙе ағым алып китеүе ихтимал. Автомобилдән сығып, ҡалҡыулыҡҡа менегеҙ һәм ярҙам саҡырығыҙ.

 

Һыу ҡайтҡас ни эшләргә?

- Иң элек йортоғоҙҙоң конструкцияһын - стена-түшәмен, иҙәндәрен тикшереп сығығыҙ;

- электр утын ҡабыҙмағыҙ, ут яҡмағыҙ - газ сығып тороу арҡаһында шартлау булыуы ихтимал;

- бинаның эсен, әйберҙәрҙе киптереп, сүп-сарҙы таҙартыу, торлаҡты тейешле хәлгә килтереү зарур.

Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәте телефоны - 01, мобиль телефондар өсөн - 112.

 

Ринат НУРИЕВ,

Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының

Башҡортостан Республикаһы буйынса

өлкән дәүләт инспекторы.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: