Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2023, 16:45

Йѳрәк уты илде йылытырмы - ир һүҙе лә тигән намыҫ бар!

Хоҙай бер кешегә һәләтте бирһә, услап бирә бит ул. Вил Ғүмәр улы драматург та ине. Уның әҫәрҙәре сәхнәләрҙә ҡуйылды, бик күп шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы һаман яратып башҡаралар.

Вил Бәшир улы Ғүмәров шағир-яҙыусылар, журналистар араһында бик билдәле кеше ине. Ул Учалы районының Ҡобағош ауылынан. Ауылдашыбыҙ бик һәләтле шағир, публицист, әүҙем йәмәғәтсе, тәнҡитсе, көслө журналист булды. Заманында Башҡортостан дәүләт китап нәшриәтендә мөхәррир, "Ағиҙел" журналында, "Ленинсы" гәзитендә, "Башҡортостан" гәзитенең үҙхәбәрсеһе булып янып-ярһып эшләне. Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында эшләй, байтаҡ йылдар ойошманың яуаплы сәркәтибе була.  Беҙҙең "Урал" гәзитендә лә уның көслө аналитик мәҡәләләре 90-сы йылдарҙа донъя күрҙе. Ул сәйәсәт, ижтимағи, әҙәбиәт, экология темаларына мәҡәләләр яҙҙы. Радио-телевидение аша сығыштар  яһаны.  Хоҙай бер кешегә һәләтте бирһә, услап бирә бит ул. Вил Ғүмәр улы драматург та ине. Уның әҫәрҙәре сәхнәләрҙә ҡуйылды, бик күп шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы һаман яратып башҡаралар. Бик иртә был яҡты донъяларҙан баҡыйлыҡҡа күскән һәләтле ауылдашыбыҙҙың хәтер кисәһен Ҡобағош ауылының китапхана,  мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылар, ауылдаштары бик ҙурлап үткәрҙе. Хәтер кисәһенә Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, Вил Ғүмәровты яҡындан белгән ауылдаштары, ветеран уҡытыусылар, уның менән бер йылдарҙа үҙ-ара аралашып эшләгән яҙыусылар йыйылды.
Вил Ғүмәров тураһында бик бай тәьҫораттар ҡалдырҙы был кисә. Һәләтле журналисты яҡшы белгәндәрҙең күңелдәрендә ойоп ятҡан хәтирәләре яҙғы ташҡын кеүек урғылып күңелдәрен ярып сыҡты. Кисәгә килгән ҡунаҡтар мәрхүмде матур хәтирәләр менән телгә алды, уның шиғырҙарын яттан уҡыны, ә китапхана, клуб хеҙмәткәрҙәре бай йѳкмәткеле сценарийҙары, концерт номерҙары, яҙыусының әҫәренән ѳҙѳк сәхнәләштереп ҡыуандырҙы. Сараның икенсе ѳлѳшѳндә мәрхүм Вил Бәшир улы рухына аят уҡылды, хәйер таратылды. 
Ауылдаштар, ҡунаҡтар милли аштарҙан торған мул табын янында бик оҙаҡ әңгәмәләшеп, Ҡобағош ауылынан сыҡҡан билдәле кешеләрҙе барлап, улар тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашып, аралашып ултырҙы. Сара һуңында ҡунаҡтар ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәрен белдереп, эштәрендә уңыштар теләне. 
Эйе, ауылыңдың билдәле кешеләре тураһында хәтерҙе яңыртыу, уларҙы матур итеп иҫкә алыу тереләр ѳсѳн кәрәк. Улар тураһындағы иҫтәлектәрҙе яңыртып тороу, үҫеп килгән йәш быуынға һѳйләп ҡалдырыу, беҙҙең изге бурысыбыҙ. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: