Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2023, 15:48

Ҡыйыулыҡ талап иткән һөнәр эйәләре ярышты

Бөгөн Абҙаҡта  Башҡортостан Республикаһының янғынға ҡаршы хеҙмәт подразделениелары араһында һөнәри оҫталыҡ  ярыштары үтте.

Ҡыйыулыҡ талап иткән һөнәр эйәләре ярышты
Ҡыйыулыҡ талап иткән һөнәр эйәләре ярышты

Ошо көндәрҙә 10 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Абҙаҡ янғын часы базаһында үткән ярыштарҙа һигеҙ команда – Белорет районының Инйәр, Тирлән. Учалының Миндәк, Әбйәлил районының Кусимов руднигы, Баймаҡ районының Түбә, Урғаҙы, Темәс һәм Төркмән янғын частары ҡатнашты.

2022 йылғы еңеүсе команда - Инйәр янғын часы ҡотҡарыусылары тантаналы шарттарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын күтәргәндән һуң, ярыштар башланды. Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла һынау тотоп, үҙҙәренең юғары оҫталығын  иҫбатланы. Бик күптәре ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә етеҙ эш итә белеүен һәм рух ныҡлығын, ихтыяр көсөн күрһәтте.

Ярыштар янғын  һүндереүсенең  кейемен  һанаулы ваҡытта  кейеү,  тейешле әйберҙәр менән ҡоралланыу, сәпкә тейҙереү, бикле тимер ишекте асып инеү, зыян күреүсегә табип килгәнсе ярҙам күрһәтеү, зыян күреүсене бинанан алып сығыу һәм башҡа төрлө ярҙам саралары кеүек этаптарҙан торҙо.

Ярыш һөҙөмтәләренә килгәндә, кемделер өҫтөн ҡуйып йәки кемделер хөртөрәк тип әйтеп булмай. Ә шулай ҙа һәр ярыштың еңеүсеһе була. Был юлы ярыш йомғаҡтары буйынса иң шәбе тип Тирлән янғын часы ҡотҡарыусылары табылды.

Икенсе урынды Кусимов руднигы янғын часы командаһы алды, Инйәр командаһы өсөнсө урынға сыҡты.

Тулыраҡ: гәзиттең киләһе һанында.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: