Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2023, 16:12

Тораҡ пункттар эсендә пилотһыҙ аппараттарҙы осороуҙы тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә республикала пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыуға арналған яҙмаһы менән уртаҡлашты.

Тораҡ пункттар эсендә пилотһыҙ аппараттарҙы осороуҙы тыйыуҙары ихтимал
Тораҡ пункттар эсендә пилотһыҙ аппараттарҙы осороуҙы тыйыуҙары ихтимал

«Пилотһыҙ аппараттар тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде һәм киң таралыу алды, мәҫәлән, үткәргес торба транспортын һаҡлауҙы тәьмин итеү, урман янғындарын иҫкәртеү, ауыл хужалығы һәм башҡа өлкәләрҙә. Киләсәктә уларҙы көндәлек эшмәкәрлеккә йәлеп итеү көтөлә», - тип билдәләне Константин Толкачев.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе һүҙҙәренсә, махсус хәрби операция үткәреү тәжрибәһе күрһәтеүенсә, дрондар хәрби маҡсаттарҙа, шул иҫәптән граждандар объекттарына һөжүм итеү өсөн дә әүҙем ҡулланыла.

«Рәсәйҙең ҡайһы бер субъекттарында пилотһыҙ аппараттарҙы осороуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Шул уҡ ваҡытта тулыһынса баш тартыу улар уңышлы ҡулланылған өлкәләрҙә проблемаларға килтереүе ихтимал. Республикала осоу аппараттарының статусын билдәләү, уларҙы лицензиялау, иң мөһиме, махсус рөхсәтһеҙ тораҡ пункттар эсендә осоштарҙы тыйыу мәсьәләһе тора», - тип яҙҙы ул.

Киләсәктә беҙ дрондарҙы төрлө категорияларға бүлеү, уларҙы осороу өсөн таныҡлыҡтар биреү, уларҙы файҙаланыу буйынса эшмәкәрлекте лицензиялау эшен башлауыбыҙ мөмкин, тип хәбәр итте Константин Толкачев.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-04/v-bashkirii-mogut-zapretit-polety-bespilotnikov-vnutri-naselennyh-punktov-3245416

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: