Яңылыҡтар
11 Мая 2023, 10:09

22 майҙа Башҡортостанда хәмер һатылмай

Башҡортостанда Һуңғы ҡыңғырау байрамында хәмер һатыу тыйыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.

Добавить в предпочтительные источники Google
22 майҙа Башҡортостанда хәмер һатылмай22 майҙа Башҡортостанда хәмер һатылмай
22 майҙа Башҡортостанда хәмер һатылмай

Быйыл туғыҙынсы һәм ун беренсе кластар өсөн һуңғы ҡыңғырау 22 майҙа яңғырай. Тантаналы линейкалар үткәреү көнөн Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләгән.

«Республика законына ярашлы, был тыйыу магазиндарҙа алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуға ҡағыла. Йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына был сикләү ҡағылмай», —  тип белдерҙеләр «Башинформ»ға Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала яңы йыл каникулдарында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуй үткәрелгән көндәрҙә лә алкоголь һатыу сикләнә.

Автор:Нэркэс Сулейманова