Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2023, 11:32

Башҡортостандың сигелгән картаһы

«Башҡортостандың сигелгән картаһы» проекты Башҡортостан Башлығы грантына бойомға ашырыла.

Башҡортостандың сигелгән картаһы
Башҡортостандың сигелгән картаһы

Муниципалитеттарҙың мәҙәниәт бүлектәре вәкилдәренең, оҫталарҙың, рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың ғәйәт ҙур эше был. Картаның ҙурлығы - 1,5 метрға 2 метр.Унда республиканың 54 районы һүрәтләнгән. Эштә төрлө материалдар: ярым аҫыл таштар, сәйлән, таҫмалар, күн, кейеҙ, алтын һәм көмөш ептәр, сигеү техникаһы файҙаланыла.
26-28 майҙа Өфөлә тәүге тапҡыр «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙғарыла. Сара бер нисә майҙансыҡта ойошторола. Уларҙың береһендә - М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты янында «Башҡортостандың сигелгән картаһы» республика проектының презентацияһы була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» хәбәр иткәнсә, картаны оҫталар тулыһынса сигелеп эшләнә. Унда муниципалитеттарҙың тәбиғәт ҡомартҡыларынан тыш, уларҙың биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлекле йолаларын күрергә мөмкин.
– Проект күп милләтле республиканың берҙәмлеген, уның бай мәҙәни мираҫын, эштә лә, сәнғәт аша ла берләшә алыуын күрһәтә,  - ти проекттың кураторы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Зарина Хәсәнова.

Район үҙәнсәлеген иҫәпкә алып һәр муниципалитет үҙ өлөшөн үҙе әҙерләй. Белорет районы һүрәтен Әлшәй районынан оҫта Гүзәлиә Ғиззәтуллина сигә.

Ә был Башҡортостан картаһында Белорет районының сигелгән һүрәте. Һүрәттең алғы планында сигелгән бөркөт. Тау ҡошон башлыса Иҙел башы  биләмәһендә осратырға мөмкин. Алтын киҫәктәр менән уратып алынған ҡоштар батшаһы тимер рудала ултыра. Тирә-яғында тау гәлсәре ялтырай, был инде райондың файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын кәүҙәләндерә.  

Бөркөттөң ҡарашы тау артынан ҡалҡҡан ҡояш нурҙарына (рус, башҡорт, татар орнаменттары) төбәлгән. Домна мейесе – тимер етештереү заводы ваҡытында 260 йыл элек нигеҙ һалынған Белорет символы. Домна итәгендә Көньяҡ Уралдың төп йылғаһы – ғорур Ағиҙел тулҡын ҡаға.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: