Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2023, 17:23

Ҡош киҙеүе хәүефе янай

Илдә юғары патогенлы ҡош киҙеүенә бәйле эпизоотик хәл ҡатмарлаша бара. Май башынан Волга буйы федераль округында ҡырағай ҡоштарҙың (аҡсарлаҡтарҙың) грипп вирусы менән зарарланыуының 16 осрағы теркәлгән, шуларҙың дүртешәре Марий Эл, Удмурд Республикалары, һигеҙе Киров өлкәһе һыуһаҡлағыстарында. Башҡортостан Республикаһына ла был үтә ҡурҡыныс сирҙең таралыу хәүефе янай.

Ҡош киҙеүе хәүефе янай
Ҡош киҙеүе хәүефе янай

Ҡош киҙеүе йәһәт һәм киң таралыуы менән ҡылыҡһырлана, күп осраҡта сирле ҡоштар һәләк була. Ә был иһә ауыл хужалығы секторына байтаҡ ҡына иҡтисади зыян килтереүе ихтимал.

Ҡош киҙеүе таралмаһын, ҡошсолоҡ хужалыҡтарына үтеп инмәһен өсөн ҡәтғи саралар күреү зарур:

- ауыл хужалығы ҡоштарын аҫрау буйынса ветеринария ҡануниәте талаптарын үтәү;

- ҡоштарҙы һәм ҡошсолоҡ продукцияһын законһыҙ һатыу (шул иҫәптән сауҙа өсөн рөхсәт ителмәгән урындарҙа) осраҡтарын булдырмау йәһәтенән контроль сараларын көсәйтеү;

- ҡоштарҙы һәм ҡошсолоҡ продукцияһын төбәккә законһыҙ алып инеү осрағының ниндәй хәүеф менән янауы, шул иҫәптән улар менән рөхсәтһеҙ урындарҙа һатыу итеү, киҙеүҙең республика масштабында таралыу эҙемтәләре тураһында халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барыу.

Ҡош киҙеүен йоҡтороу хәүефе булғанда йә ауыл хужалығы ҡоштарының һәләк булыуы осрағында, биологик материалды тикшереү һәм сир раҫланыу менән оператив эш итеү өсөн ашығыс рәүештә дәүләт ветеринария хеҙмәтенә йәки ҡыҙыу линияға мөрәжәғәт итергә кәрәк: 8-800-77-55-828. Биологик материалдар дәүләт ветеринария хеҙмәте лабораторияларына ял һәм байрам көндәрендә лә ҡабул ителә.

Белорет районы һәм ҡалаһының ветеринария станцияһы.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: