+7 °С
Ясна
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының майҙаны 73 квадрат метрҙы тәшкил итәсәк. Бында фельдшер, акушер, процедура кабинеттары, холл һәм санитар бүлмәләре урынлашасаҡ. Медицина пункты ике ауылды - Ҡоҙғон-Әхмәр менән Ҡарайылға ауылдарын хеҙмәтләндерәсәк. Дөйөм алғанда, был тораҡ пункттарҙа 219 кеше йәшәй.
Әлеге мәлдә комплексты монтажлау эштәре башҡарыла.