Яңылыҡтар
21 Июля 2023, 12:18

Ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола

21-23 июлдә Башҡортостанда ауыл хужалығы йәрминкәләре була, унда тәбиғи аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин.

Ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолаЯл көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола
Ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, республиканың күпселек муниципаль райондарында һәм ҡалаларында 37 майҙансыҡ ойошторола. Адрестар  һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр - Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайтында.

Ял көндәрендә йәрминкәлә һатыусы сифатында ҡатнашырға теләһәгеҙ, һеҙгә һылтанма буйынса үтеп, ҡыҙыҡһындырған районды табырға, һуңынан бәйләнеш өсөн номерға шылтыратырға кәрәк. Теләгән һәр кем ҡатнаша ала: https://trade.bashkortostan.ru/presscenter/news/556703/

Фото: pulse.mail.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас