+25 °С
Ясно


«Минең яңы вазифам — медвзвод санитары. Яралыларға тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнәбеҙ. Шулай уҡ мин тулы хәрби әҙерлек үтергә тейешмен: окоптар, марш-бросоктар... Беҙ көн һайын полигонда», — ти артист.
Радик Динәхмәтов халыҡҡа йырсы, «Әлдә һин бар әле донъяла», «Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам» һәм башҡа хиттарҙы башҡарыусы, шулай уҡ флейтасы булараҡ билдәле. Ул 7 аудиоальбом, 4 CD-диск, 4 видеоальбом сығарған. Башҡорт һәм татар шағирҙарының шиғырҙар йыйынтығын төҙөүсе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» артистың «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйне.