Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2023, 16:59

Владимир Путин запаста булыуҙың сикке йәшен биш йылға арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Ил президенты Владимир Путин хәрби дәрәжәһе булған граждандар өсөн запаста булыуҙың сикке йәшен биш йылға арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ Рәсәй Федерацияһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Владимир Путин запаста булыуҙың сикке йәшен биш йылға арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин запаста булыуҙың сикке йәшен биш йылға арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Шулай итеп, беренсе разрядлы хәрби бурыслыларға сикке йәш — 35-тән 40 йәшкә, икенсе разрядлыларға  — 45-тән 50 йәшкә, өсөнсө разрядлыларға 50-нән 55 йәшкә тиклем күтәрелә.

Өлкән офицерҙар өсөн мобилизация резервында булыуҙың сикке йәше — 65 йәшкә, кесе офицерҙар өсөн 60 йәшкә тиклем арттырылды.

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас