Яңылыҡтар
26 Июля 2023, 10:51

Мобиль ҡушымта арҡаһында аҡсаһыҙ ҡалған

34 йәшлек ҡала кешеһенә “банк хеҙмәткәре” шылтыратып, техник тотҡарлыҡтар тураһында иҫкәртә һәм иҫәптәге аҡсалар муттар ҡулына эләкмәһен өсөн телефонға махсус ҡушымта ҡуйырға тәҡдим итә.

Мобиль ҡушымта арҡаһында аҡсаһыҙ ҡалғанМобиль ҡушымта арҡаһында аҡсаһыҙ ҡалған
Мобиль ҡушымта арҡаһында аҡсаһыҙ ҡалған

Ир ризалашып программаны ҡуйыуы була, телефон “үҙ тормошо” менән йәшәй башлай. Уйланылмаған аҙым арҡаһында Белорет кешеһе 30 мең һум аҡсаһын юғалта. Әлеге мобиль ҡушымта шылтыратҡан әҙәмгә ситтән тороп телефон менән идара итеү мөмкинлеген биргән. Зыян күреүсенең аҡсаһы төрлө иҫәптәргә күсә. Тап шунда ғына ир мутлашыусылар тураһында иҫкәрткән “банк хеҙмәткәренең” үҙе үк енәйәтсе булыуын аңлай. Мутлашыу факты йәһәтенән енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хоҡуҡ һаҡсылары йә банк хеҙмәткәрҙәре булып, банк иҫәбенә бәйле ниндәйҙер транзакциялар тураһында мәғлүмәт еткереүселәргә ышанмағыҙ! Сит сығанаҡтарҙан килгән шикле һылтанмалар аша үтмәгеҙ. Белмәгән мобиль ҡушымталарҙы телефонға күсермәгеҙ.

Гүзәл ДРОНОВА, 

район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Фото: itcrumbs.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас