Яңылыҡтар
27 Июля 2023, 10:14

Наркотиктарға бәйле енәйәт ҡылған

Уҙған йылдың декабрь айында ҡала вокзалы территорияһында патруллек иткән полиция хеҙмәткәрҙәре эскәмйәлә ултырған йәш кешегә юлыға. Уның хәл-торошо тәртип һаҡсыларын шикләнергә мәжбүр итә. 33 йәшлек ирҙең наркотик матдәләр тәьҫирендә булыуы асыҡлана. Тентеү мәлендә изолентаға уралған аҡ онтаҡлы 11 төргәк табыла.

Наркотиктарға бәйле енәйәт ҡылғанНаркотиктарға бәйле енәйәт ҡылған
Наркотиктарға бәйле енәйәт ҡылған

Ир наркотик матдәләр һатып аҡса эшләгән, ә пакеттарҙа контактһыҙ ысул менән һатылған мефедрон тигән синтетик наркотик була. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәти характерҙағы хатлашыу һаҡланған ике мобиль телефонды тартып ала. Яҙышыуҙан күренеүенсә, енәйәтсе наркотиктың күмәртә партияһын ҡулға төшөрөп, иртәгәһенә 10 йәшерен урын йыһазландыра. Тәфтиш-оператив төркөм телефонда күрһәтелгән координаталар буйлап йөрөп сыға. Ун йәшерен урындың бишәүһе буш була, йәғни наркотик һатып алыусылар үҙ дозаларын алып өлгөрә.

Алты эпизодлы енәйәт эше фигуранты булған ҡала кешеһе һаҡ аҫтына алынған. Ул яуап биреүҙән баш тарта.

Әлеге ваҡытта барлыҡ тәфтиш саралары уҙғарылып, биш томдан торған енәйәт эше судҡа тапшырылған.

Лилиә НОҒОМАНОВА,

район эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас