Яңылыҡтар
31 Июля 2023, 09:39

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары операторына уҡыу буйынса чат-бот эшләй

Башҡортостанда Владлен Татарский  исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын тактик һәм махсус тактик әҙерләү үҙәгендә уҡыу мәсьәләләре буйынса чат-бот эшләй.

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары операторына уҡыу буйынса чат-бот эшләйБашҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары операторына уҡыу буйынса чат-бот эшләй
Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары операторына уҡыу буйынса чат-бот эшләй

Һанлы ярҙамсынан БПЛА операторы һөнәре, әҙерлек шарттары, ваҡыты, формаһы һәм хаҡы, күнекмәләр барышында тәьмин итеү, потенциаль кандидаттар өсөн йәш һәм һаулыҡ буйынса сикләүҙәр тураһында белергә мөмкин.

Чат-ботҡа Telegram мессенджерында https://t.me/copterRBBot һылтанмаһы буйынса яҙылырға була.

Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләү үҙәге тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы интервьюһында уҡығыҙ.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас