+24 °С
Облачно


«Балаларҙың беренсе класы бер генә тапҡыр була. Бөтәһенең дә ата-әсәһе килә алмай. Ошо балалар менән бергә 1 сентябрҙә тантаналы линейкала ҡатнашһаҡ, дөрөҫ булыр», - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың мәғариф министры һүҙҙәренсә, 2023 йылдың 1 сентябрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 589 балаһы беренсе класҡа бара. Дөйөм алғанда, быйыл республикала 53 меңдән ашыу бала тәүге тапҡыр парта артына ултыра.