Яңылыҡтар
3 Августа 2023, 09:49

Йәш белореттарға - тәүге паспорттар

“Бригантина” балалар лагерында ял итеүсе ике үҫмергә тантаналы рәүештә һәр рәсәйленең иң мөһим документын тапшырҙылар. Белорет районы буйынса Эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре - йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары, полиция майоры Азат Абдуллин менән полицияның миграция һорауҙары буйынса бүлек начальнигы, полиция майоры Римма Абзалова 14 йәшлек Анастасия Сальникова менән Платон Верховцевҡа иң изге теләктәр менән тәүге паспорттарын тапшырҙылар.

Йәш белореттарға - тәүге паспорттарЙәш белореттарға - тәүге паспорттар
Йәш белореттарға - тәүге паспорттар

Был сараға лагерҙың бөтә сменаһы ла лайыҡлы әҙерләнгән - һәр отряд  “Беҙҙең Рәсәй - беҙҙең илебеҙ” тип исемләнгән патриотик байрамда ҡатнашты. Тантаналы линейкала педагогтар, вожатыйҙар һәм балалар сығыш яһаны. Үҫмерҙәргә документтар менән бергә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм сувенирҙар бүләк иттеләр.

 “Бөгөнгө һеҙҙең тормошоғоҙҙағы мөһим ваҡиғала дуҫтарығыҙҙың да ҡатнашыуы икеләтә ҡыуаныс,- тине Римма Абзалова. - Был - ҙур тормошҡа аяҡ баҫыу. Ошо мәлдән алып  һеҙҙең алдығыҙҙа яңы хоҡуҡтар менән бергә бурыстар ҙа барлыҡҡа килә. Һеҙ - беҙҙең киләсәгебеҙ, шуның өсөн илебеҙҙең патриоттары булып ҡалығыҙ һәм Рәсәй Федерацияһы гражданины паспортын ҡәҙерләп һаҡлағыҙ”.

Азат Абдуллин да балаларға иң изге теләктәрен еткерҙе һәм уҡыуҙарында, мәктәптән тыш шөғөлдәрендә уңыштар теләгәндән һуң балалар менән наркотиктарҙың зыяны тураһында профилактик әңгәмә үткәрҙе. Тиҫтерҙәренең һәм өлкәнерәк таныштарының наркотик матдәләрҙе тәмләп ҡарау һәм таратыу кеүек тәҡдимдәренән ҡәтғи рәүештә баш тартырға өндәне һәм үҙҙәрен һаҡларға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға саҡырҙы.

Анастасия менән Платонды шулай уҡ  “Бригантина” лагеры директоры Нина Миронова менән барлыҡ ял итеүсе балалар ҡотланы. Һуңынан вожатыйҙар менән ял итеүселәрҙең тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған йырҙары һәм бейеүҙәре көслө алҡыштарға күмелде. Матур сара лагерь гимны менән тамамланды.

Гүзәл ДРОНОВА,

Белорет районы буйынса эске штәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас