Яңылыҡтар
3 Августа 2023, 09:29

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра

“Тәбиғәт һынауҙарына бирешмәйбеҙ”, - ти Ҡаһарман ауылында инде нисә йылдар уңышлы эшләп килгән крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Биктимер Ғәлин. - Быйылғы яҙҙың ҡырауҙары, ҡоролоғо арҡаһында мал аҙығы әҙерләү ауырға төштө, сөнки баҫыуҙар кипте, үлән насар. Шуға ҡарамаҫтан, алыҫҡараҡ китеп булһа ла, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын әҙерләүгә бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ.

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыраЙәйҙең бер көнө йылды туйҙыра
Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра

Бөгөнгө көнгә 226 гектарҙан 1750 центнер бесән йыйып алдыҡ. Уңдырышлылыҡ гектарынан уртаса 7,75 ц/га тәшкил итә. Мал аҙығы әҙерләүҙә тырышып эшләгән егеттәргә рәхмәт әйтке килә. Роберт Ринат улы Солтанов Т-25 тракторы менән бесән сапты, МТЗ-82 тракторы менән рулондар эшләп, ПР-145 маркаһы менән пресланы. Александр Викторович Паньков МТЗ-82 тракторында, Фәнүр Ғәзиз улы Байғазин Т-25 тракторында бесән саптылар. Шулай уҡ Өфөнән ялға ҡайтҡан улым Айнур Ғәлин дә Т-25 тракторында бесән сабыуҙа ярҙамлашты. Тәбиғәт шарттары ҡамасаулауға ҡарамаҫтан, көҙгә тиклем мал аҙығы туплап ҡалырға тырышабыҙ инде”, - тип тамамланы һүҙен Биктимер Төлкөбай улы.

Беҙ уларҙың ауыр, әммә кешеләргә кәрәкле һәм файҙалы эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ. Әйткәндәй, ҡала-районда Биктимер Ғәлиндың һөт аҙыҡтарын үҙ итеүселәр бихисап.

Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас