Яңылыҡтар
11 Августа 2023, 07:14

Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон ойоштороуҙы хупланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре структураһындағы икенсе башҡорт батальонын ойоштороуҙы тәҡдим итеүселәр менән осрашты. Эске эштәр министрлығының отставкалағы полковнигы, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Артур Йомағужин белдереүенсә, Салауат Юлаев исемендәге батальон составына теләгән һәр кем инә алмай.

Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон ойоштороуҙы хупланыРадий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон ойоштороуҙы хупланы
Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон ойоштороуҙы хупланы

«Яңы подразделение булдырыу менән беҙ бөгөн алғы һыҙыҡта торған яугирҙарыбыҙға ярҙам итәсәкбеҙ, — ти Артур Йомағужин. - Салауат Юлаев исемендәге батальон ярты йылдан ашыу махсус хәрби операция зонаһында эшләй, ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй».

Радий Хәбиров хәрби хәрәкәттәр ветерандарының башланғысын хупланы һәм яңы батальон хәрбиҙәре республиканан ярҙам сараларының тулы пакетын аласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Беҙҙә Росгвардия составында бер батальон бар, егеттәр  лайыҡлы хеҙмәт итә. Салауат Юлаевтың икенсе батальонын ойоштороу тураһындағы башланғысты хупларға ҡарар итәбеҙ. Шуға ярашлы, республиканан ярҙам саралары ошо батальонға ла ҡағыласаҡ», – тигән Радий Хәбиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, батальон сафына инергә теләгән ирекмәндәр Өфө ҡалаһы, Дан бульвары, 6 (ДОСААФ бинаһы) адресы буйынса бүлексә штабына килә ала.

Кандидаттар 55 йәштән өлкән булмаҫҡа һәм яҡшы физик формала булырға тейеш. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы +7 (987) 023-76-00 телефоны буйынса бирергә мөмкин.

 

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас