Яңылыҡтар
15 Августа 2023, 11:26

Үҙ номинацияһында - өсөнсө!

Белореттан электр-газ менән иретеп йәбештереүсе торлаҡ-коммуналь хужалығы эшселәре араһында үткән “Һөнәре буйынса иң яҡшы” республика конкурсында призлы урын яуланы.

Үҙ номинацияһында - өсөнсө!Үҙ номинацияһында - өсөнсө!
Үҙ номинацияһында - өсөнсө!

Владислав Маслухинға 28 генә йәш. 2015 йылдан “Белорет йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәтендә электр-газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй.
Уға торбаларҙы иретеп йәбештереү, торба үткәргестәрҙе ремонтлау кеүек эштәр ышанып тапшырылған. Йәмғиәт эшселәренә һауа торошона ҡарамай, тәүлек әйләнәһенә урамда эшләргә тура килә. Ауыр һәм яуаплы эштәрҙә йәш белгестәрҙең эшләүе ҡыуаныслы.
Быйылғы  һөнәри конкурста республиканың төрлө ҡалаларынан торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағының 94 иң яҡшы вәкиле ҡатнашты. Комиссия уларҙың теоретик белемдәрен, практив оҫталыҡтарын тикшерҙе.  Владислав Маслухин ике этап һөҙөмтәләре буйынса “Электр-газ менән иретеп йәбештереүсе” номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас