+17 °С
Облачно


Льгота бары тик Башҡортостан биләмәһендә ғәмәлдә буласаҡ, тип хәбәр итә транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Льготалы билетты һатып алыу өсөн уҡыусыларға — мәктәптән белешмә, ә студенттарға студент билетын күрһәтергә кәрәк буласаҡ.
Белешмәлә (студент билетында) мотлаҡ рәүештә исем-фамилия, мәғариф учреждениеһының реквизиттары һәм юридик адресы күрһәтелгән булырға, мисәт һәм етәксенең ҡултамғаһы менән таныҡланған булырға тейеш.
Бынан алда «Башинформ» ете йәшкә тиклем балаларҙың йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй алыуы хаҡында яҙғайны.