+11 °С
Ясно


Шаһиттар ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратҡан, фажиғә урынына ҡотҡарыусылар ебәрелгән. Улар килгәнсе күршеләре 65 йәшлек ирҙе үҙаллы сығарырға өлгөргән. Уның 39 йәшлек улын ҡотҡарыусылар баҙҙан махсус альпинистар ҡорамалы ярҙамында сығарып алған. Ашығыс ярҙам машинаһы хеҙмәткәрҙәре зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәткән, тик һөҙөмтә булмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирҙәр йән биргән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар һөрөм менән ағыуланған, тип хәбәр итәләр «Башинформ»ға БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.