Яңылыҡтар
28 Августа 2023, 11:47

Бесән эше - дәүер эш

Ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн уғата яуаплы осор. Һәр аграрий  ҡышҡылыҡҡа еткелекле күләмдә мал аҙығын хәстәрләп ҡалырға тырыша.

Бесән эше - дәүер эшБесән эше - дәүер эш
Бесән эше - дәүер эш

Муниципаль район хакимиәтенең агросәнәғәтте үҫтереү, ҡулланыусылар баҙарын, хеҙмәттәрен анализлау һәм прогнозлау бүлеге мѳдире Олеся Иҙрисова әйтеүенсә, быйыл мал аҙығы, уҙған йылға ҡарағанда, 40 процентҡа кәмегән. Был, башлыса, яҙҙың ҡоро килеүенә, ҡырау, боҙ-борсаҡ ише метеорологик күренештәрҙең күҙәтелеүенә бәйле.

- Әлеге мәлдә йәшел аҙыҡ әҙерләү менән мәшғүлбеҙ. Күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үлән сәсеүлектәре 7400 гектар майҙанды биләй. Бөгөнгө көндә шуларҙың 5800 гектары йыйып алынған. Әлбиттә, үлән насар булыу сәбәпле, хужалыҡтар күрше райондарҙан бесән һатып алырға мәжбүр. Сентябрҙә иһә бойҙай культуралары һәм йәшелсәләр өлгөрөп етәсәк, - ти Олеся Хафиз ҡыҙы.

 Хәйер, ауыл хужалығына ҡағылышлы күрһәткестәр беҙҙә насарҙан түгел. Районда яҡынса 16 мең баш һыйыр малы иҫәпләнә. Мәҫәлән, уҙған йыл һөт - 14,6, хайуан һәм ҡош ите 7,8 процентҡа күберәк етештерелгән. Сәсеүлектәр ҙә артҡан. Икенсе йыл рәттән фермерҙар бойҙайҙың элиталы сорттарын сәсә. Әйткәндәй, төбәк Башлығы бойороғо менән 2024 йылға ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге барлыҡ ерҙәр ҡулланышҡа инергә тейеш.

 Шуны ла билдәләү фарыз: республикала икмәк бешереүселәр, сыр эшләүселәр, ит ярымфабрикаттарын етештереүселәр өсөн субсидиялар ғәмәлләшә. Етештереүселәр - 27,5, фермерҙар 32 миллион һумға ҡорамалдар һатып алды. Был суммаларҙың яртыһы субсидия рәүешендә кире ҡайтарылды.

Әйткәндәй, ауыл хужалығы тармағын үҫтереү йәһәтенән республикала бихисап гранттар, субсидиялар булдырылған. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының нығыныуы, аяҡҡа баҫыуы ла (беҙҙә улар 120 тирәһе) тап ошо дәүләт ярҙамы арҡылы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары һаны былтыр 11 булһа, быйыл иһә - 15. 

Яңы техника һатып алыу йәһәтенән дә эштәр көйлө. Бөгөнгө көндә районда биш комбайн иҫәпләнә, йыл башында дүрт яңы трактор һәм сапҡыс һатып алынған.

Һүрәттә: Ильяс Хафизовтың "Игенсе" йәмғиәте баҫыуҙарында ла эштең ҡыҙыу мәле.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас