+10 °С
Болотло
Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ ҙә изге эштәрҙән ситтә ҡалмайбыҙ. Йәй ахырын файҙа менән уҙғарыу маҡсатында, ҡала быуаһы ярында физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн матур сара ойошторолдо. Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы ҡыҙ-малайҙарҙы катамарандарҙа йөрөттө. Ҡыҙыҡлы конкурстар, дәртле бейеүҙәр, тәмле күстәнәстәр ҙә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Был көн ҡалабыҙҙың барлыҡ мәрхәмәтле кешеләрен берләштерҙе.
Бындай зарури ғәмәл иң элек күңелебеҙҙе йомшартыу өсөн фарыз. Аллаһ бойорһа, бының ише акциялар киләсәктә лә ойошторолоп торор, сафтарыбыҙ тағы ла ишәйер тип өмөт итәбеҙ.
Мөхәммәт иҪӘНБАЕВ,
"Аҡ мәсет"тең имам-хатибы.