Яңылыҡтар
29 Августа 2023, 07:49

Ун беренсе тапҡыр бензин ҡиммәтләнгән

Бөгөн водителдәр «Башнефть» заправкаларында бензинға хаҡтарҙың үҙгәреүен билдәләне. 

Ун беренсе тапҡыр бензин ҡиммәтләнгәнУн беренсе тапҡыр бензин ҡиммәтләнгән
Ун беренсе тапҡыр бензин ҡиммәтләнгән

Бер йәйҙә яғыулыҡ ун беренсе тапҡыр ҡиммәтләнә. АИ-100-К5 маркалы бензин - 62,65 һум, ATUM-95 өсөн 52,95 һум түләргә кәрәк, АИ-92-нең хаҡы үҙгәрмәгән - 48,80, ATUM-92 «Класс 5» 30 тингә ҡыйбатланып, 49,90 һум билдәһендә туҡтаған, дизель яғыулығының хаҡы шул килеш ҡалған - 58,20 һум.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала «Башнефть» яғыулыҡҡа хаҡтарҙы күтәргәйне инде. Шулай итеп, 1 июндән АИ-100 - 3,7 һумға, ATUM-95 - 2,8 һумға, АИ-92 - 2,25 һумға, ATUM-92 - 2,65 һумға, дизель яғыулығы  1 һумға артҡан. Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан бензинға хаҡтарҙың үҙгәреүенең сәбәбе хаҡында хәбәр иткәйнеләр. Ведомствола быны яғыулыҡтың ошо төрөнә биржа хаҡтарының артыуы менән бәйләйҙәр.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас