Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2023, 16:17

Үҙ эшеңде асыу өсөн 350 мең һум аҡса алырға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы сиктәрендә үҙ эшен асыу өсөн 350 мең һум субсидия алыу мөмкинлегенә эйә.

Үҙ эшеңде асыу өсөн 350 мең һум аҡса алырға мөмкин
Үҙ эшеңде асыу өсөн 350 мең һум аҡса алырға мөмкин

Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина һөйләне.

Түләүгә халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәптә торғандар дәғүә итә ала. Программаның шарттарына ярашлы, проект, бизнес-план һәм финанс моделен тәҡдим итергә кәрәк.

2023 йылда Башҡортостанда эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү өсөн ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Эксперттар билдәләүенсә, аҡса күләме буйынса республика Рәсәй субъекттары араһында 9-сы урынды биләй.

Яңы эш башлаған бизнесмендарға дәүләт ярҙамы программалары тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы лонгридында уҡығыҙ.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: